Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Советтар Союзы флоты адмиралы С. Г. Горшков» миҙалы менән бүләкләнде.
Тейешле бойороҡҡа ярашлы, юғары ведомство наградаһы сәнғәт эшмәкәренә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға индергән ҙур өлөшө, Рәсәй хәрбиҙәренә күрһәткән даими ярҙамы, шулай уҡ Хәрби-Диңгеҙ Флотына йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙәге әүҙем булышлығы өсөн тапшырылды.
Билдәле булыуынса, Һауа-десант ғәскәрҙәре гвардияһы старшинаһы булған Айҙар Ғәлимов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Донбасс халҡына системалы рәүештә булышлыҡ итә. Ул яугирҙарға теләктәшлек белдереү маҡсатында ойошторолған хәйриә сараларында даими ҡатнаша, Башҡортостандан гуманитар ылау туплауҙа һәм оҙатыуҙа әүҙем эш алып бара. Бынан тыш артист хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашыуҙар үткәрә.
Айҙар Ғәлимов хәрби госпиталдәрҙә һәм медицина үҙәктәрендә дауаланыусы яралы яугирҙар алдында хәйриә һәм ижади концерттар менән сығыш яһай. Уның башҡарыуындағы патриотик, халыҡ йырҙары һәм билдәле эстрада әҫәрҙәре хәрбиҙәрҙең рухын күтәреүгә һәм уларға әхлаҡи терәк булыуға йүнәлтелгән.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев