Свернуть поиск
Правая колонка
Ҡыҙғынаһының бөтә тәнен ҡыҙыл бөрсөктәр ҡаплағайны. Зөфәре, өйәнәк тотҡандағы кеүек, туҡтауһыҙ ҡалтырай. Улының да тәне ҡып-ҡыҙыл. Ҡыҙылса бит был. Нимә эшләргә?
– Ғәйнетдиндән генә йоҡторҙолар инде! – Ғәлиә эттән алып, эткә һалып, күрше малайын әрләне. – Ауырыған көйөнсә беҙгә килә лә етә ине шул, нишана. Күпме ҡыуып ҡайтарҙым, аңламағас аңламаны. Балаларым харап ҡына була бит былай булғас. Нисек тә тирләтергә кәрәк үҙҙәрен. Йылыға ҡалҡа, тиҙәр бит уны. Йылы кейем дә етерлек түгел бит әле. Яҡын-тирәлә ауылдар ҙа күренмәй, исмаһам, – тип ярһыны әсә.
Шул ваҡыт Ғәлиәнең мейеһен ҡот осҡос бер уй ярып үтте: нисек тә булһа берҙән-бер малайымды ҡотҡарырға... Ул ергә тубыҡланып ултырып Хоҙайҙан шуны һораны.
Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-11-11/osrashyu-hik-y-4872162

Нет комментариев