Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
15 ярты литрлыҡ банка борщ сыҡһын өсөн 3 кг сөгөлдөр, 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе алына.
Һуғанды ярымбалдаҡлап, боросто оҙонсалап турарға. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан ҡырырға. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығырға. Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға. Бер сәғәт бешергәндән һуң, стерилләнгән банкаларға һалып, ябырға.
Тағы ла рецепттар сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-11-11/tele-de-yotorlo-2-02-2024-3658104

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев