Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Ә эштән ҡайтыуҙарына ашарға булмаһа, ҡайным менән ирем асыулана. Уларҙың асыуланыуы бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда йыртҡыстарса ине: тәүлек буйы ас килеш тәҙрәһеҙ келәткә бикләп ҡуйһындармы, ҡамсы менән туҡмаһындармы, баҡсаға һибер өсөн мискә тултырып ултырған һыуға башымды тыҡһындармы – ҡыланмағандары аҙ ҡалды. Ауырға ҡалғанымды белгәс, Гара: “Ҡыҙ бала тапһаң, икегеҙҙе лә ҡыуып сығарам. Миңә тик малай кәрәк!” – тине. Үҙем дә ҡыҙ тапҡым килмәне, кем үҙ балаһын ҡол хәлендә йәшәткеһе килһен?! Ауырым биш айлыҡ булғас, күрше ирҙән ҡыҙғанып (баҙарҙан алып ҡайтҡан һөйәкле итте бүлә алмағас, уға мөрәжәғәт итергә тура килгәйне), ирем һыу эскеһеҙ итеп туҡманы. Шунда баламды юғалттым һәм башҡаса ауырға ҡала алманым.
Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-11-10/y-nt-y-k-k-s-4869582

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев