Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Ҡар яуыуҙан туҡтаны, әммә төньяҡтан көслө әсе ел иҫә башланы. Хәҙер инде Ғәйнулланың епшек ҡар һырышҡан пальтоһы, салбары ҡабыҡ шикелле шаҡылдап туңды. Өҫтәүенә, көн дә кискә ауышты, бик тиҙ ҡараңғы төштө. Малай бөтөнләй туңды. Өшөгәндә Ғәйнулла, ғәҙәттә, йүгереп йылына торғайны, әммә был юлы ул ныҡ арығайны. Етмәһә, туңған кейем менән көслө ел ыратырлыҡ атларға ирек бирмәне. Шуға күрә ул ел ыңғайына барырға булды. «Аяҡтарҙы алмаштырып баҫа алһам, ел үҙе осороп алып барыр әле. Бәлки, Ҡуштирәккә кире барып сығырмын», – тип уйланы малай. Ләкин аяҡтарҙы алмаштырып ҡуйыу ҙа уға ауыр ине, уҫал ыжғыр ел аяҡтан йыҡты. Шул саҡ уны юлды табыу өмөтө ташлап киткәндәй булды. «Аҙаштым, юлда туңып үләм инде», – тип әсенде ул.
Ғәйнулланың күңелһеҙ уйҙарын кинәт күҙ алдына килеп баҫҡан ҙур ҡара нәмә таратып ебәрҙе. «Әллә аҙбар инде», – тип шул нәмәгә табан тартылды һәм һалам эҫкертенә барып төртөлдө. Хәлдән тайған малай, һалам эсендә өң яһап инеп ятты ла, арыуҙан ойоп, йоҡоға талды.
Сайтта: https://ye102.ru/articles/pobeda-80/2026-11-09/bala-ya-myshy-yl-t-nd-hik-y-4869562

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев