Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Видео яҙыу өсөн тәҡдимдәр:
– Тәүҙә исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡала, районығыҙҙы әйтегеҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ.
-Видеоның оҙонлоғо бер минуттан артыҡ булмаһын.
- Яҡты бүлмәлә төшөрөгөҙ. Һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен.
- Тәҙрә, лампа йәки башҡа көслө яҡтылыҡ сығанаҡтарына ҡаршы төшөрмәгеҙ.
- Видеоны яҙҙырғанда йәиһә телефондың алғы камераһына селфи режимында төшөргәндә, телефонды горизонталь тотоғоҙ. Ҡыбырлатмағыҙ.
-Видео урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш. Мөмкин булһа, микрофон ҡулланығыҙ.
-Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен.
- Видеоны бер план менән төшөрөгөҙ, ебәрер алдынан монтажламағыҙ.
-Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.
- Видео аҙағында һорауҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен мотлаҡ әйтегеҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 2026 йылдың 11 ноябрендә 19:00 башлана. Күрмәй ҡалмағыҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев