Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Түбәндәге ризыҡтарҙан
диаметры 25 см булған табала
8 ҡоймаҡ сыға.
Ҡоймаҡтар өсөн:
2 йомортҡа
450 мл һөт
150 г он
8 г тоҙ
20 мл үҫемлек майы кәрәк.
Әҙерләү:
Ҡоймаҡ өсөн ингредиенттарҙы тәрән һауытҡа һалып, блендер менән туғығыҙ, ҡыҙған табала уртаса утта ике яҡлап ҡыҙҙырығыҙ, ҡатып ҡалмаһын өсөн, эҫе килеш өйөп һалығыҙ.
Бешамель соусына:
2 ҡалаҡ аҡ май
3 ҡалаҡ он
3 стакан һөт
Тоҙ + мускат сәтләүеге (ҡара борос та бара) алына.
Әҙерләү:
табала майҙы иретегеҙ, ондо өҫтәп, еңелсә алһыуланғансы ҡыҙҙырығыҙ, шунан һуң эҫе һөт ҡойоп, ҡуйырғансы бешерегеҙ, уттан алығыҙ, тоҙ һәм мускат сәтләүеге өҫтәгеҙ (төйөрлө булмаһын өсөн гел болғатып тороғоҙ).
Тауыҡ ите фаршы өсөн:
1 кг тауыҡ боттары (филе бедра) - шаҡмаҡлап туралған,
1 ҡыҙыл һәм 1 йәшел татлы борос
1 уртаса баш һуған, 2 бүлкәт һарымһаҡ (ваҡ итеп туралған),
5 ҡалаҡ зәйтүн майы,
ярты стакан шыйыҡ ҡаймаҡ йә һөт өҫтө (сливки) (ҡаймаҡ урынына шул уҡ күләмдә эҫе һөт өҫтәргә мөмкин),
ҡара борос, тимьян, карри, тоҙ (тәменсә) кәрәк була.
Әҙерләү:
Ҡаймаҡтан һәм тәмләткестәрҙән башҡа бөтә ингредиенттарҙы ныҡ ҡыҙған табала ҡыҙҙырып алығыҙ, шунан ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп болғатығыҙ.
Блюдоны йыябыҙ:
Видеолағы кеүек ҡоймаҡтар эсенә эслекте урынлаштырығыҙ, өҫтөнә һибергә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы онотмағыҙ, алдан 180 градусҡа тиклем йылытылған конвекциялы мейестә алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерегеҙ.
Тәмле булһын 🥞
("Тәмле табын" төркөмөнән)

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев