Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Назар Нəжми
Күршеләрҙә малай тыуҙы.
Мин малайға исем таптым.
Исемемде яраттылар,
Ҡанатланып өйгә ҡайттым.
Ергә баҡтым... Ул үтәсәк
Юлдар баҫты күҙ алдыма.
Ниҙәр көтә... Ниҙәр насип
Шул исемдең юлдарында.
Кеше... Исем... Кеше... Исем...
Бер ғүмерлек! Бер дәүерлек!
Булһа ине шул исемдән
Ғүмер буйы йән ирерлек.
Күпме йәшәп, күпме йәшнәп,
Ер йөҙөндә ниҙәр ҡылыр.
Шуны беләм: әсәһенә,
Атаһына ғәзиз булыр.
Ғәзиз булһын һөйгәненә,
Ғәзиз булһын дуҫтарына.
Тик аяуһыҙ булһын ине
Ялғанлыҡҡа, дошманына.
Кәмһетмәһен үҙ исемен
Майлаштырып, яйлаштырып.
Йөрөмәһен йүләр кеүек,
Юҡты бушҡа алмаштырып.
Ул һине лә, ул мине лә
Яҡын итеп күрһен, тимен.
Исем ҡуштым. Кешеләрҙең
Бәхете менән бәхетлемен.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев