Свернуть поиск
Правая колонка
Иван Фадеев Белорет районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан берҙәнбер ҡалған ветеран.
Ул Тирләндә тыуған. 1941 йылда ни бары 17 йәш булғанда «Тимерсе» артелендә эшләй. Бер йылдан һуң уны фронтҡа саҡыралар. 1943 йылдың мартында ул тәүге тапҡыр һуғышҡа инә.
Фадеев Төньяҡ-Көнбайыш фронтта һауа оборонаһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Старорус һөжүм операцияһында һәм Варшаваны азат итеүҙә ҡатнаша. Ул үҙенең артиллерия полкы менән бөтә Европаны үтә, һуғышты Рейхстаг диуарҙары янында тамамлай.
Еңеүҙән һуң Иван Павлович оҙаҡ йылдар БМК-ның тимер юл цехы Тирлән локомотив ремонтлау оҫтаханаларының тәгәрмәс участкаһында токарь булып эшләй.
Ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев