Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Мәғәфүрә менән Талип Рәхимҡоловтарҙың ғаиләһендә 1967 йылдың авгусында дүртенсе, күптән көтөп алынған бала донъяға килә. Уға Фәүәт тип исем ҡушалар. Өлкән ағалары Тәлғәт Фәүәттән 17 йәшкә, Фәрғәт 15 йәшкә, ә апаһы Розалия ҡустыһынан 12 йәшкә өлкән була. Фәүәт үҫеп еткәндә, ағалары менән апаһының күптән үҙ ғаиләләре була. Фәүәт ғаиләләрендә кесе бала булғанға, айырыуса ата-әсәһенең наҙына күмелеп, бәхетле бала саҡ кисерә.
Фәүәт тыңлаусан, изге күңелле, аҡыллы бала булып үҫә. Ике туған апаһының һүҙҙәре буйынса, «Ул тиҫтерҙәре араһында зирәклеге, бөхтәлеге менән айырылып тора. Малай башҡаларға оҡшамаған, әйтерһең дә, кино актеры кеүек була…».
Фәүәттең ата-әсәһенең яҙмышы еңел булмай, икеһе лә бала саҡтан һынауҙарға дусар ителә. Мәғәфүрә Хәйретдин ҡыҙы улына йыш ҡына: «Беҙҙең тормош тураһында китап яҙып ҡына түгел, хатта кино төшөрөргә лә була, улым», – тип әйтә.
Ысынлап та, Мәғәфүрәгә 13 йәшендә үк етемлек әсеһен татырға тура килә. 1941 йылдың авгусында уларҙың өйө яна, ә бер аҙнанан атаһы фронтҡа китә. Ауыр эштәрҙә эшләп әсәһенең һаулығы ҡаҡшай. Тормоштоң бөтә ауырлығы Мәғәфүрәнең нескә иңенә төшә. Уның ғаиләһен нисек туйҙырғанын, түшәктә ятҡан әсәһен, бәләкәй һеңлеһе менән ҡустыһын нисек ҡарағанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Өҫтәүенә, ул башҡа ауылдаштары менән баҫыуҙа ла тырышып эшләй. Ҡул арбаһы һөйрәп Шарлыҡ баҙарына нисә тапҡыр йәйәү юл үткәндер!
Мәҡәләнең дауамы сайтта: https://sterlibashevskierodniki-b.ru/articles/auyl-khuzhaly-y/2026-11-06/attar-a-ashi-y-nde-ur-eshe-4867327

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев