Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
💥💥💥Күңелдәргә ҡанат ҡуя тыуған яҡ
Һәр ваҡыт күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡланған, онотолмаған урындар була. Улар хәтирәләребеҙҙә йәшәй, төшкә инә, япраҡтарҙың елгә елберҙәгән тауышы, шишмә сылтырауы менән үҙенә саҡырып тора. Буранғолов Азамат Хәйбрахман улы өсөн Сергеевка утары шундай урын. Уның ҡалҡыулыҡтары ҙур юлдан уҡ күренеп тора, юлсыларға тыныслыҡ һәм ғәжәйеп тынлыҡ вәғәҙә итә, бында килгән кешеләр әйтеүенсә, «баш әйләнерлек» хозурлыҡ.
Бында, берҙән-бер урамда, етем ҡалған йорт - ҡаралтылар араһында өй тора. Уның урам яҡ стенаһына ике йондоҙ төшөрөлгән. Ҡасандыр был билдә хөрмәт һәм ғорурлыҡ символы булған, бында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Әминә һәм Хәйбрахман Буранғоловтар йәшәгән. Егерме йылға яҡын был йорт буш тора, төҫө уңған тәҙрәләре менән донъяға ҡарап, үткәндәр тураһында моңһоулана. Күптән түгел уның ишегендә йоҙаҡ асылған тауыш ишетелде. Ишекте улдары Азамат асып, тыуған тупһаһына атлап инә.
Мәҡәләнең дауамы сайтта: https://sterlibashevskierodniki-b.ru/articles/ya-shy-kh-b-r/2026-10-30/k-eld-rg-anat-uya-tyu-an-ya-4860583

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1