Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәренән әйбер генә түгел, ә мәҫәлән, күңел йылыһы һалып балаҫ яһап була. Өсөгән - Әсән ауыл клубында «Рамдағы балаҫ» оҫталыҡ түңәрәге ҡатнашыусылар тап бына шундай матурлыҡ тыуҙыра! Барыһы ла ҡыҙыҡһыныуҙан башлана: мәҙәни ойоштороусы Миләүшә Сабитова башта бындай ижад өлгөһөн Интернетта күрә, был идея уға оҡшай һәм үҙе лә яһап ҡарарға була. Уға Минзәлә апаһы ярҙам итә. Уларға «Ихлас» вокал ансамблендә ҡатнашыусылар ҙа ҡушылды - һәм эш башланып китә! Беренсе рамды уларға штакетниктан яһап бирәләр. Ә ҡатындар оҫтарып алғас, Радмир Сабитов уларға станок яһап бирә. Алтын ҡуллы оҫтаға ҙур рәхмәт, уның ҡатнашлығынан башҡа оҫталыҡ түңәрәге эшләмәҫ ине. Әйткәндәй, оҫтабикәләр тәжрибә менән уртаҡлашып өлгөргән. Йәй көнө Айҙарәле ауылына оҫталыҡ дәресе үткәрергә барғандар, унда ла был эшкә өйрәнергә теләүселәр булған. Улар бер нисә киң таралған үреү ысулын өйрәтә, һәр кем күңеленә ятҡан техниканы таба.
Мәҫәлән, таҫма итеп киҫелгән туҡыма өлөштәре өсөн джинс, мамыҡ, трикотаж һәм башҡа туҡыма һәм иҫке әйберҙәр - колготки, футболка, халат, таҫтамалдар ҡулланыла. Инструменттар: туҡыманы таҫмаларға киҫеү өсөн ҡайсы, энә һәм еп. Эш процесы: туҡыма оҙон таҫмаларға киҫелә, улар үрелә, һуңынан түңәрәк йәки башҡа теләгән формаға бергә тегелә. Ҡулдан эшләнгән туҡыу станогы рамдан һәм эргәһенә ҡағылған ҡаҙаҡтарҙан тора. Балаҫ ептәрҙе нигеҙ епкә үреүҙән барлыҡҡа килә. Төрлө төҫтәге туҡыма таҫмалары үрелеп үҙенсәлекле биҙәкле балаҫ килеп сыға!
Хәҙер ауыл клубына репетицияларға һәм сығыштарға әҙерләнергә генә түгел, ижад менән шөғөлләнергә лә киләләр. Ҡул оҫталары менән таныш булығыҙ - Фәймә Рәхмәтуллина, Миләүшә Ғиниәтуллина, Лира Сабитова, Альвира Әхмәҙуллина, Гөлсинә Мөхәмәтғәлиева. Улар үҙҙәренең ижад өлгөләре менән бик ҡәнәғәт! Сөнки үҙ ҡулың менән булдырған әйбер шатлыҡ килтерә, ә үҙенсәлекле балаҫтар йортто уңайлы һәм зауыҡлы итә. Улар ныҡлығы менән айырылып тора.
Иң мөһиме нимә, беләһегеҙме? Ауылда клуб гөрләп эшләй! Ижад яратҡан, яңылыҡҡа ынтылған кешеләр булғанда ауыл йәшәр. Улар заман менән бергә атлай. Өйҙәге ябай әйберҙәрҙе ысын ижад өлгөһөнә әүерелдерә.
Һәр йортта үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған йылылыҡҡа урын булһын!
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. М.Сабитова фотоһы.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 6