Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
✅Табылды ауылында милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уны Исмәғилева Илнара Нияз ҡыҙы үткәрҙе. Ул ҡатнашыусыларҙы халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен эшләү серҙәренә төшөндөрҙө, үҙенсәлекле биҙәүес яһарға өйрәтте.
Милли биҙәүестәр — халҡыбыҙҙың бай тарихын, ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен һәм быуындан-быуынға күсеп килгән матур йолаларын сағылдырған ҡиммәтле мираҫ. Уларҙа халҡыбыҙҙың зауығы, оҫталығы һәм рухи байлығы сағыла.
Бындай саралар милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға, йәш быуынға халыҡ ижадына ҡарата һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә. Үҙ ҡулдарың менән милли биҙәүес яһау ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына яҡынайыу ҙа ул.
Милли йолаларыбыҙ йәшәһен, оҫталарыбыҙҙың һөнәре быуындан-быуынға күсһен!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев