Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Бер көн ул мине дуҫтары менән осрашыуға саҡырғайны. Араларында берәүһе артыҡ ныҡ иғтибар күрһәттеме икән, егетем мине елтерәтеп алып ҡайтып китте. Аңламай ҙа ҡалдым эштең ниҙә икәнен, "Ниңә һәр береһе менән ҡыйшанлайһың?" тип сикәмә һуғып та ебәрҙе. Был ваҡытта уны, гүйә, алмаштырғандар ине: күҙе аларған, йыш-йыш тын ала, ҡулдар йоҙроҡланған. Ошо кеше мине күктәргә ашырған Низаммы - ышаныуы ауыр ине. Мөхәббәтле ғаиләлә иркәләнеп үҫкән кешенең бындайҙы нисек ҡабул иткәнен һөйләмәһәм дә билдәле: ныҡ ғәрләндем, үҙемде йәлләнем, мәңге ғәфү итмәм тип ҡәһәтләндем. Ә иртәгәһенә ҙур гөлләмә тотоп килеп ингән, аяғыма йығылып ысын күңелдән ғәфү үтенгән Низамдың йән иретерлек матур һүҙҙәрен ишеткәс, ышанаһығыҙмы, бар үпкәм, һыҙланыуҙарым һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бер үк кешене яратып та, күрә алмаҫҡа ла мөмкинме икән ул?
⏩ Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-11-13/r-r-nyete-en-y-yl-rauzalar-men-n-aplay-ine-4876187

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев