Исмира шиғыр һөйләне. Шунан ул бесәй алырға хыялланғанын белдерҙе.
Исмираға бесәй балаһын бүләк итәсәктәр. Радий Фәрит улы өйҙә аҫрауға һалбыр ҡолаҡ шотланд тоҡом бесәйҙәрен маҡтаны, улар агрессив түгел.
Хәбировтарҙың өйөндә, төбәк етәксеһе үҙе һөйләүенсә, өс эттәре бар икән. Салатдин тигән немец овчаркаһы бар. Уның ҡушаматы ҡайҙан алынғанмы? Салатдин – Сәләхетдин тигән яугир Яҡын Көнсығыш батыры булған, ул Иерусалим өсөн инглиз короле Арыҫлан Йөрәкле Ричард менән һуғышҡан. Хәбировтарҙың бесәйе нәҡ Ричард ҡушаматлы. Ә үткән аҙнала кәзәләре бәрәсләгән.
Тура бәйләнеш нисек үткәне тураһында тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-11-12/radiy-h-birov-tk-rg-n-tura-b-yl-nesht-balalar-a-atnashty-4874034

Нет комментариев