Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Радий Хәбиров , буласаҡ математика генийҙарын әҙерләү өсөн республика ресурстары етерлек, тине. Мәктәп 2027 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, ә һайлап алынған уҡыусылар 2028 йылдың 1 ғинуарына йыйыласаҡ.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, директорҙы ул үҙе тәғәйенләйәсәк, ә балаларҙы «Сириус» белем биреү үҙәге һайлай.
***
– Мин лицейҙың [РМЛИ] статусын мөмкин тиклем юғары күтәрергә теләйем, был педагогик коллективҡа ла ҡағыла. Бындай коллективты йыйыу – ҙур бурыс. Мәктәп интеллектуаль элита әҙерләү бурысын үтәргә тейеш. Быны хәл итербеҙ, ресурстар етер, тип уйлайым. Етә. Минең хыялым: шундай мәктәп булһын, ундағы малайҙар һәм ҡыҙҙарға ҡарап, уларҙың ябай уҡыусы ғына түгел, ә буласаҡ Лобачевский икәнен барыһы ла аңлаһын. – Радий Хәбиров Тура бәйләнештә.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев