Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Тура ғына ҡарап тора ине,
Йәшермәне минән күҙҙәрен,
Йәлләмәне ҡараш ҡояштарын,
Ҡыҙғанманы йылы һүҙҙәрен.
Маҡталаһы ерҙә маҡталдым гел,
Әрләнмәнем әммә һис ҡасан.
Мәрхүм итмәне бит өләсәйем,
Яҙҙырманы ҡайнар ҡосаҡтан.
Әкиәттәр һөйләп йоҡлатты ул,
Ҡурсаҡтарым менән уйнатты.
Таҡмаҡтарын әйтеп бейетте лә
Сәпәкәйләп йырҙар йырлатты.
Һөйәк эсендәге елек кеүек,
Ҡурсалаулы инем һәр ваҡыт.
Туған телдә булды барлыҡ һүҙҙәр -
Башҡорт ишегенә бер асҡыс.
Артыҡ иркә, артығыраҡ әүҙем,
Һөйөклө бер бала булдым мин.
Яҙмыш - минән, мин яҙмыштан уңдым,
Кеше булып шулай тыуҙым мин.
Мөхәббәттән тыуҙым, өлөшөмдө
Көнөнөкөн көн дә алғанға,
Көмөш ҡыштар, алтын көҙҙәр буйы,
Ҡуҙғалаҡлы тәмле яҙҙарҙа.
Бер төймәмде генә юғалтһам да,
Ун төймәне алға һалдылар.
Бер ҡатланһам, асыҡ ауыҙланһам,
Ун күлдәкте тартып алдылар.
Күҙ йәштәрем ине иң таҙа һыу,
Бәғеремдән сыҡҡан сығанаҡ,
Кеселекле телле, оло йәнле
Өләсәмдән алған ҙур һабаҡ.
Олоғайған һайын аңлай барам,
Күпме имтихандар кисергәс:
Яттар ярлыҡамаҫ, ғәфү итмәҫ,
Үҙеңдеке генә үлтермәҫ.
Күҙ алдымда ғына тора һәр саҡ
Тапҡан түгел, баҡҡан әсәйем.
Кәрәк ерҙә, тейеш ваҡытында
Тыуғанымды белеп йәшәйем.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев