Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Килеп еттеңме ни илай-илай,
Белергә тип минең хәлемде?
Көтөп торсо, хәҙер ҡаршы сығам,
Бөркәнәйем генә шәлемде.
Күҙ йәштәрең аша йөҙөң балҡып
Уттай яна, ай-һай, сибәрһең!
Ҡояш ҡына бөгөн ҡасҡалаҡ шул,
Сыҡһын ғына, нурҙар һиберһең!
Йә, иҫәнме, алтын сәсле һылыу,
Ә минеке хәҙер көмөштән...
Ике ҡуллап, әйҙә, күрешәйек,
Сауап яуа тиҙәр был эштән.
Тартынмасы, наҙлы әхирәткәй,
Ҡосағыма кереп сум әле!
Йәй ҡояшы, әллә, һүрән булды,
Йылытманы, йөрәк туң әле...
Мин үҙем дә торам һытылырға,
Алсаҡ итеп йылмай әле бер!
Бына шулай! Донъя балҡып китте!
Ай, гүзәлһең, Көҙкәй, барыбер!....
Гөлкәй Исмәғилева

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3
Яратып булалыр, күрәһең...