Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү власть һәм дәүләт органдарының төп бурыстарының береһе. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙыусы ышаныслы партнерҙар булыуы күп йорттарға һәм ғаиләләргә шатлыҡ һәм йылылыҡ алып килә.
Яңыраҡ һәләк булған яугирҙәр һәм махсус хәрби операция ветерандары балалары өсөн “Ете күк йөҙө” күҙәтеү ҡуласаһы һәм “Альпака” паркы хеҙмәткәрҙәре онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк иткән ысын байрам ойошторҙо. Балалар күҙәтеү ҡуласаһында күтәрелеп, баш ҡаланы ҡоштар осҡан бейеклектән ҡараны, матурлыҡҡа һоҡланды. “Альпака” паркында ҡыҙ һәм малайҙарҙы мауыҡтырғыс сәфәр көтөп торған, хайуандар менән танышыу, уларҙы ҡулдан ашатыу, вольерҙағы йомшаҡ кроликтарҙы һыйпап ҡарау – барыһы ла йөҙҙәрҙә йылмайыу, күңелдә йылылыҡ тойғоһо тыуҙырҙы. Геройҙар ғаиләләренең тормошон аҙ ғына булһа ла яҡтыраҡ итергә тырышҡан ойоштороусыларға әсәләр рәхмәтен белдерҙе.
Яу яланында ҡаты яраланған батырҙарға адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса республикала эштәр дауам итә. Ярҙам йүнәлештәренең береһе – кешенең физик мөмкинлектәрен һәм шәхси ихтыяждарын иҫәпкә алып эшләнгән адаптив кейем менән тәьмин итеү. Яңыраҡ адаптив кейем комплектын Ҡалтасы районынан махсус хәрби операция ветераны Нурлан Мостафаев алды. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә гранатометсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән яугир 2025 йылдың май айында ҡаты яралана. Уға оҙайлы һауығыу һәм реабилитация юлын үтергә тура килә. Райондың социаль координаторҙары ветеранға социаль ярҙам сараларын алыу, шулай уҡ адаптив кейемгә заявка биреүгә документтар туплау, тренажерҙар урынлаштырыу, торлаҡты ҡулайлаштырыу мәсьәләләрендә ярҙам итә.
Бөгөн ветеран яңынан тыуған районы тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү менән шөғөлләнә, ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре менән яҡындан аралаша. Яугирҙәргә ныҡлап аяҡҡа баҫыуҙа ярҙам итеүҙән тыш, уңайлы һәм әүҙем тормош менән йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Хәҙер ҡаты яралар алған ветерандарҙың ҙур спортҡа әйләнеп ҡайтыуы өсөн мөмкинлектәр артты. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды коляскалағы спортсыларҙы махсус велосипедтар – хендбайктар менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Был инвентарь ветерандар өсөн яңы мөмкинлектәр аса, улар Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла ҡатнаша аласаҡ.
Махсус хәрби операция ветераны Рәмил Маликовтың яҙмышы шуға асыҡ миҫал. Яраланғандан һуң аяҡһыҙ ҡалған егет оҙайлы реабилитация үтә, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй. Фонд һәм туғандары ярҙамында хендбайкта күнекмәләр башҡара, спорт менән етди шөғөлләнергә теләй. Ауыр һынауҙарҙан һуң да тормоштоң тулы һыулы йылға кеүек тын ғына ағыуы, тырышлыҡтың еңеүҙәргә килтереүе ихтимал.
Торлаҡты яугирҙең физик мөмкинлектәренә ярашлы итеп ҡороу һөҙөмтәһендә ветерандар йортта уҡый, эшләй һәм көнкүреш мәсьәләләрен еңел хәл итә ала. Республиканың һәр районында ҡаты яралар алған ветерандарҙың торлағын яраҡлаштырыу буйынса эш бара. Ҡалтасы районынан 2022 йылда мобилизацияланған Василий Иванов менән Анатолий Хмелев – балалары өсөн батырлыҡ өлгөһө. Уларҙың йорттарын тулыһынса ҡороп, “аҡыллы йорт” системаһын урынлаштырҙылар, йыһаздар һәм техника менән ҡулланыу ҙа уңайлы.
Учалы районынан 2-се төркөм инвалиды Рәнис Ҡаһировтың йортона ла “аҡыллы йорт” системаһы урынлаштырылды, хәҙер ветеран утты һәм электр приборҙарын тауыш командаһы ярҙамында яндыра һәм һүндерә ала. Кухня бик уңайлы.
Баҡалы районы ветерандары Рәүис Шәфиғуллин менән Дамир Ивановтың торлағы ла “аҡыллы йорт” системаһы менән идара ителә, робот-саң һурҙырғыс, аҡыллы колонка һәм смартфон ярҙамға килә. Махсус эш урыны, уңайлы ванна тормош мәшәҡәттәрен еңеләйтә.
Благовещен ҡалаһынан ветеран Петр Маракулин әйтеүенсә, яңы технологиялар көндәлек тормошта ышаныслы ярҙамсы, ә приборҙар менән “Алиса” аша идара итеү уңайлы. Нефтекама ҡалаһынан ветеран Айҙар Усмановҡа айырыуса яңы эш урыны оҡшаған.
Ветерандар тыныс тормошта ла, спортта ла, эшҡыуарлыҡта ла өлгө булып тора. Дәүләкән егете Сергей Лишманов махсус хәрби операциянан наградалар һәм эш башлау теләге менән ҡайта. Социаль координатор уға бизнес-план төҙөргә ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Һөҙөмтәлә шәхси эшҡыуарлыҡ асыу буйынса социаль контракт хуплана, һәм Сергей 350 мең һумлыҡ субсидия алып, ҙур һорау менән файҙаланған инкубаторҙа себештәр сығарыу эшенә тотона. Дәүләт ярҙамында үҙ эшен асҡан ҡыйыуҙар республикала етерлек, айырыуса уларҙың араһында махсус хәрби операция геройҙарының булыуы һөйөнөслө. Дәүләт ярҙамы, уңышлы бизнес-план һәм уҡыу ҡатмарлы тойолған идеяларҙы ла тормошҡа ашыра.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды сайтынан.
Динә АРЫҪЛАНОВА.
Нет комментариев