Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
"Фән һәм рухиәт уҙаманы/Корифей науки и духовности" исемле монографияның исем туйы үтте.
Монография 2026 йылдың октябрендә Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының баш ғилми хеҙмәткәре Луиза Сәмситова менән филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Илшат Янбаевтарҙың авторлығында башҡорт һәм рус телендәрендә күренекле башҡорт ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың 80 йәшлек күркәм юбилейына арнап сығарылды.
Китапта әҙәбиәтсе ғалимдың тормош һуҡмаҡтары, өлгөрөү баҫҡыстары, ғилем донъяһындағы эҙләнеүҙәре һәм асыштары, педагогик, йәмәғәт эшмәкәрлеге ентекле яктыртылған.
✨ Монографияның исем туйы "Китап" магазинында үтте. Сараға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, халыҡ яҙыусылары, күренекле ғалимдар, әҙиптәр һәм журналистар, сәнғәт әһелдәре, мәғариф һәм мәҙәниәт ойошмалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, профессор Ғиниәтулла Ҡунафиндың үҙе тәрбиәләгән шәкерттәре - элекке Башҡорт дәүләт университетының төрлө йылдарҙағы сығарылыш студенттары саҡырылған. Улар уҡытыусыларын күреп, йылы хәтирәләр менән бүлешеп, тәбрик иттеләр.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев